Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраля , 07:38

Иҫән-һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөндә МХО яугирҙарын фронтҡа оҙаттылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫән-һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!Иҫән-һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!
Иҫән-һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар фронтта намыҫ менән хеҙмәт итә һәм хәрби бурыстарҙы яуаплы башҡара. Был турала бөгөн Өфөлә хәрбиҙәрҙе фронтҡа оҙатыу тантанаһында әйтелде. Яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң хеҙмәт итеү урындарына юллана. Яугирҙарҙы ғаиләләре һәм дуҫтары оҙата. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә Өфөнөң Дим районы һәм Өфө районы хәрби комиссары подполковник Эрнест Кәбиров мөрәжәғәт итеп, һалдаттарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичтың сәләмдәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:

- Ҡәҙерле яугирҙар! Бөгөн һеҙҙең ғаиләләр, бөтә республика, ил һеҙҙең менән ғорурлана, сөнки һеҙ сираттағы отпускынан һуң ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәүгә һәм хәл итеүгә, Ватаныбыҙҙы батырҙарса яҡлауға юлланаһығыҙ. Бөгөн һеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктары вариҫтары. Улар кеүек үк, һеҙ ысын батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтәһегеҙ. Һеҙ барыбыҙ өсөн дә ысын батырлыҡ һәм патриотизм өлгөһө булып тораһығыҙ. Һеҙ иңгә-иң терәшеп хәрби хеҙмәтте лайыҡлы башҡараһығыҙ һәм хәрби бурыстарҙы үтәйһегеҙ. Илебеҙҙе яҡлауҙа хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәйәсәгегеҙгә ышанам. Батырлығығыҙ, ҡыйыулығығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабы!

Фото: Башинформ.

 

Иҫән-һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!
Иҫән-һау ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова