Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраля , 06:56

ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ"

Учалыла һәр ауылда тиерлек футбол уйнаһалар, күрше Әбйәлилдә хоккеистар теттереп сәкән һуға! Был турала беҙгә Зөлфирә Ҡарағужина хәбәр итте. Шәп яҙмаһы менән бүлешәбеҙ!

ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ"ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ"
ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ"

ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ".

🏒🏒🏒 Хоккей уйнау элек-электән ауылда ла, ҡалала ла бәләкәй малайҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә яратҡан уйыны. Элегерәк хоккей ауылда сәкән һуғыу тип атала ине, йылға-күлдәр туңғас уйнала, сәкәндәр ҙә тәбиғи - эргәлә үҫкән ағастан эшләп алына ине, шайбаһы ла тәбиғи ине.
🏒🏒🏒 Заман үҫешкән һайын, һәр ерҙә лә үҫеш булырға тейешлеге шулай уҡ тәбиғи. Бөгөн иһә, ауылдарҙа ла заманса каток майҙансыҡтары күпләп эшләнә һәм улар буш тормай. Ауылдарҙа командалар булдырылып, даими уйындар уҙғарыла. Команданың ни тиклем көслө булыуын, уйынсыларының оҫталығын үҙ майҙанындағы уйындар ғына билдәләй алмай, ә икенсе ауылдарҙағы, райондарҙағы командалар менән ярыштарҙа ҡатнашыу һәр командаға үҫеш мөмкинлеге, үҙ көстарен һынау форсатын бирә.
💥💥💥 Беҙҙең Әбйәлил районы хоккейсылары ла был йүнәлештә бик әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Ғәҙәттә, командалар шәхси инициатива менән ойошторола, ниндәйҙер осраҡта мәктәп йә ауыл биләмәһе яҡшы башланғысты күтәреп ала. Бағымсыларҙың да сәләмәтлек һағында тороуы, йәш быуындың киләсәгенә битараф булмауы оло хуплауға лайыҡ. Уларҙың ярҙамы менән командалар экипировка менән тәьмин ителә, дөйөм команда формаһы булдырыла. Урындағы депутаттар ҙа был уйынсыларҙың, ярыштарҙың ауыл тормошо өсөн генә түгел, ә дөйөм йәмғиәт үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын бик яҡшы аңлай.
Һуңғы йылдарҙа "Металлург" һәм "Салауат Юлаев" хоккей командаларының капитандары Егор Яковлев менән Григорий Панин тарафынан беҙҙең районда ойошторолоп үткәрелеп килгән "Уральская классика" хоккей фестивале лә йәш хоккейсыларға бик ҙур мөмкинлектәр бирә. Был уйындарҙың еңеүсе командалары экипировка менән бүләкләнә.

💥💥💥 Һуңғы йылдарҙа райондың бер-нисә майҙансығы (Ташбулат, Асҡар, Хәлил, Яңы Балапан, Байым, Йәнекәй, Буранғол, Ахай, Сиҙәм, Күсем һ.б.) үҙҙәрендә даими ярыштар ойоштороп, командаларҙың көс һынау үҙәгенә әүерелеп бара. Улай ғына түгел, был майҙансыҡтарҙа күрше район командалары менән дә көс һынаша. Улар ҙа үҙ сиратында, үҙҙәрендә ойошторған ярыштарға беҙҙең район командаларын саҡыра.

💥💥💥Кисәге Йәнекәй ауылы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үҙ майҙанында 30+ хоккейсылары менән бәйге асһа, күрше Белорет районы Абҙаҡ ауылы үҙҙәренең "Абҙаҡ" хоккей командаһының 50-йыллығына (1976-2026) арнап хоккейсы дуҫтарын йыйҙы. Мауыҡтырғыс та, көсөргәнешле лә был уйын төрө һәр спорт уйындарындағы кеүек кемгәлер еңеү, кемгәлер еңелеү килтерә. Әммә һәр ҡайһыһы иң мөһим нәмәләрҙең береһен алып ҡайтып китә - ул тәжрибә, еңелеү ҙә еңеүгә табан алып барған бер тәжрибә (мин был турала улыма командаһы менән һәр еңелгән һайын әйтәм).

🥇🥈🥉 Йәнекәй майҙансығы ярыштарҙы түбәндәге һөҙөмтәләр менән тамамланы:
1-се урын 🥇Ташбулат;
2-се урын 🥈Байым;
3-сө урын 🥉Йәнекәй-1.

🥇🥈🥉 Абҙаҡтағы уйындарҙан да беҙҙең район егеттәре еңеү менән ҡайтты:
1-се урын 🥇Ташбулат (Әбйәлил);
2-се урын 🥈Инйәр (Белорет);
3-сө урын 🥉Абҙаҡ-2 (Белорет).

💥💥💥 Был уйындар ҙур ваҡиға булып тарих биттәрендә ҡалыр, ошо тарихты үҙҙәренең уйындары менән яҙған, яҙасаҡ хоккейсыларға - АФАРИН! Сөнки төрлө һөнәр эйәләре төп эштәренән тыш уйынға ваҡыт табыуы, ә төрлө ҡалаларҙа уҡыған студенттарҙың үҙ ауылының исемен күтәреү теләге менән һәр ойошторолған уйынға ашҡынып ҡайтып төшөүе баһалап бөткөһөҙ күренеш.

Бер көндә ике майҙансыҡта ла ҡатнашырға форсат табып, еңеүгә өлгәшкән яҡташтарым (ауылдаштарым тип әйтергә мөмкин) Ташбулат командаһы уйынсыларын исемләп яҙыуҙы кәрәк тип табам.

Абҙаҡта уйнап Ташбулат ауылы биләмәһен һәм район исемен күтәргән команда егеттәре:
🥇🥇🥇🏒🏒🏒🏆🏆🏆
Сөләймәнов Радмир
Ғизитдинов Ансар
Абдуллин Риян
Зарипов Арслан
Зарипов Дияз
Латыпов Арслан
Арсланов Илдар
Билалов Таһир
Билалов Айтуған
Моратшин Рамазан
Ҡужәхмәтов Заһир
Бадалов Динислам

Йәнекәй майҙансығында ауыл исемен яҡлаған ир-егеттәр:
🥇🥇🥇🏒🏒🏒🏆🏆🏆
Билалов Вадим
Задин Салауат
Хисмәтов Замир
Хисмәтов Данил
Ҡужәхмәтов Илшат
Шакирйәнов Алгиз
Ялалов Илнур
Билалов Нияз
Харисов Нәғим
Мирсаев Рәмзил.

Уйындар тамам, әммә уның шауҡымы дауамлы. Бындай спорт уйындарының икенсе әһәмиәтле яғы бар: уйындар сәләмәтлек һағында тороу менән бер рәттән, егеттәрҙең үҙҙәренә байрам кәйефе бирә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап хөрмәт күрһәтелә, элек уйнаған хоккейсыларҙы иҫкә алыу ҙа.
💯💯💯 Яҡшы күренштәрҙең дауамлы булыуы хәйерле, алда яңы уйындар, яңы еңеүҙәр көтһөн!
🎉🎉🎉Бөгөнгө байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

Зөлфирә Ҡарағужина

ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ"
ХОККЕЙ - заманса "СӘКӘН ҺУҒЫУ"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас