- Сараның беренсе өлөшөндә яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә арналған митинг, икенсе өлөшөндә теннис буйынса турнир һәм армрестлинг (кул көрәше), гир күтәреү, шахмат, шашка буйынса спорт ярыштары ойошторолдо, - тип яҙа Гөлсирә апай. - Сараға яугир ауылдаштарыбыҙҙың ғаиләләре, яҡындары, туғандары, дуҫтары, класташтары ауылдаштары килде, яҡты хәтирәләре, иҫтәлектәре менән бүлешеп хәтергә алдылар.
Һағышлы ла, моңһоу ҙа хәтер һәм хөрмәт кисәһе сәмле ярыш уйындары менән дауам итте.
Теннис буйынса турнир :
1 урын Илдар Игликов
2 урын - Шәрифулла Таһиров
3 урын - Самат Оспанов
Армрестлинг :
1 урын - Илнур Буранбаев
2 урын - Рим Аллабердин
3 урын - Данил Хилажев
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында :
1 урын - Гүзәл Бапанина
2 урын - Гөлдәр Рәхмәтуллина
3 урын - Карина Буранбаева
Гир күтәреү :
1 урын - Мират Ваһапов
2 урын - Илгиз Ғәлиәхмәтов
3 урын - Руслан Шаһиев
Шахмат :
1 урын - Фәтих Баһауетдинов
2 урын - Динислам Аллабердин
3 урын - Ислам Мөхәмәтов
Шашки :
1 урын - Вәлимә Гарданова
2 урын - Салауат Баһауетдинов
3 урын - Фәтих Баһауетдинов.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәгә килеп актив ҡатнашыусылар береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылманы.
Сара һуңында сәй табыны артында ауылдаштар аралашып, хәтирәләр һөйләшеп кисәбеҙ дауам итте.
Яугир егеттәребеҙҙең яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер һәм хөрмәт кисәһенең спонсорҙары тураһында әйтмәй китһәк яҙыҡ булыр:
Буранбаева Гөлзирә, яугир ауылдашыбыҙ Владислав Буранбаевтвң тормош иптәше, Белорет ҡалаһынан балалары Илнур, Карина менән, приздар алып килгәндәр,
Иҫтамғолова Фәрзиә - яугир Ришат Иҫтамғоловтың әсәһе,
Әхмәҙиевтар Мөхәмәдин һәм Мөнирә - яугир Илнур Әхмәҙиевтың ата-әсәһе,
Илъясова Элза, Ғәлиәхмәтов Илсур - яугир Илдус Ғәлиәхмәтовтың ата-әсәһе,
Әхмәҙиева Лиза - яугир Илнур Әхмәҙиевтың өләсәһе,
Бапанина Гүзәл - актив ауылдашыбыҙ сарабыҙға приздар алыу өсөн аҡсалата ҙур ярҙам күрһәттеләр.
МХО һәләк булған яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә арналған "Хәтерҙе тереләр һаҡлай" тип исемләнгән хәтер һәм хөрмәт кисәһен уҙғарыуҙа ярҙам иткән, ошо сараға килеп ҡатнашыусы олоһо-кесеһенә ҙур - ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, эшегеҙҙә уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Һуғышта йөрөгән егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, уларҙы ҡыуанып ҡаршы алырға насип булһын.
Яу ҡырында һәләк булған ауылдаштарыбыҙ тыныс йоҡлаһындар, улар мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр.
Хәтерҙе тереләр һаҡлай...
Фото: Г.Ғәлиәхмәтова.