

Төбәк етәксеһе Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Бөгөн, 23 февралдә, Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Сарала почетлы ҡунаҡтар, Ҡораллы көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары башҡарылғандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фото: Башинформ, О.Яровиков.