

Учалы ауылының Ә. Хөснөтдинов исемендәге урта мәктәбендә - яугир Айрат Юлмөхәмәтов хөрмәтенә, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында яугирҙар Вадим Мөхәмәтйәнов һәм Инсаф Уразбахтин иҫтәлегенә мемориаль парталар асылды.
Уларҙың тормошо, яуҙағы ҡаһарманлығы - һәр беребеҙ өсөн дә батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө.
Сараларҙа сығыш яһаусылар "Геройҙар партаһы"ның - ябай бер проект түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул - быуындар араһындағы күпер. Был һәр мәктәп уҡыусыһына ысын геройҙар фильмдарҙағы персонаждар түгел, ә шул уҡ парта артында ултырған, шул уҡ кабинеттарҙа уҡыған һәм хәл иткес сәғәттә ҡаушап ҡалмаған балалар булғанын иҫләтә, күрһәтә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.