Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең түшенә II дәрәжә "Батырлыҡ өсөн" миҙалын һәм II дәрәжә "Хәрби батырлыҡ өсөн" ведомство миҙалын 31-се мотоуҡсылар полкы командиры полковник Юсиф Меликов таҡҡан.
Был хаҡта Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итә. Яугирҙәр наградаларҙы тантаналы шарттарҙа Краснолиманск йүнәлешендә махсус хәрби операция үткәреү зонаһында ала.
- Шәхсән үҙемдән, полкыбыҙ командованиеһы исеменән барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым, һеҙгә иң яҡшыһын, хеҙмәтегеҙҙә, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, тиҙерәк өйөгөҙгә ҡайтыуығыҙҙы теләйем, - тине Меликов.
Фото: РФ Оборона министрлығы / ТГ-канал