

Бөрйән батыры
18-19 йәшендә армияла диңгеҙ пехотасыһы булып хеҙмәт иткән Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы егете Азат Сәғитов 2022 йылда мобилизацияға эләгә. Махсус хәрби операция зонаһында тәүҙә водитель, шунан һуң снайпер, дрон операторы, һуңынан штурм төркөмөндә гранатометчик, бүлексә командиры сифатында хәрби бурысын ҡаһармандарса үтәгән яҡташыбыҙ 2024 йылдың 21 сентябрендә ауыр яралана. Был көн ғүмерлеккә хәтеренә уйыла... ...Штурмлаусыларға сираттағы терәк пунктын алырға бойороҡ килә. Дүртенсе взводтан биш егет, шул иҫәптән Азат Рөстәм улы, заданиены үтәргә хәүефле юлға сыға. Бер көн атлағандан һуң, ҡараңғы төшкәс, урманда йәшеренәләр: төндә сәфәрҙе дауам итеү үтә ҡурҡыныс – тепловизор менән йыһазландырылған дрондар һағалай. Таңда юлды дауам иткән саҡта уларҙы беренсе взводҡа күсереүҙәре тураһында хәбәр килә һәм штурмлаусылар шул төркөмдө шахтала эҙләп табып, яндарына төшә. Төштән һуң тәүге төркөм ҡуҙғала. Төркөмдәр араһында мотлаҡ ара ҡалырға тейеш булғас, уларҙың ярайһы алға киткәнен көтөп алалар ҙа, Азаттар ҙа хәүеф-хәтәр тулы һуҡмаҡҡа теҙелеп баҫа. Бер саҡрым үтәләрме-юҡмы туҡтайҙар, сөнки алда барған төркөмдө дрондар атакалауы хаҡында ашығыс мәғлүмәт килеп етә: “Юл киҫелешен “ҡошсоҡ”тар һиҙгер һаҡлай, яҡын барырлыҡ түгел, окоптар ҡаҙырға, йәшенергә!” Төндә яңы бойороҡто еткерәләр: “Тейешле нөктәгә таңғы бишкә барып етергә!” Антидрон юрғандарын ябынып, һәр береһе дистанция һаҡлап, дөм-ҡараңғылыҡта шып-шым, күләгә ише алға бара штурмлаусылар. Бер аҙҙан уларға беренсе төркөм менән киткән Бөрйән егете “Бурый” ҡушыла. Күп тә үтмәй һалдаттарҙың береһе пехотаға ҡаршы тимерсыбыҡҡа эләгеп абына. Уны тиҙерәк сәнскеле тимер үрмәксе ауынан ҡотолдорорға ашығалар: Азат плоскогубцы менән тимерҙе өҙә, башҡалар сырмалсыҡты ысҡындыра һала. Таңғы биштәрҙә, ҡушылған ергә етәрәк, туғыҙ кеше икегә бүленә. Инде айырым барған саҡтарында артта килгән төркөмдө дошмандар күреп ҡала һәм уларға миномет утын йүнәлтә. Бер аҙҙан Азаттарҙың да төркөмө дрондарҙың “күҙенә” салына. Урманға инеүҙәренә минометтар, танкылар, дрондар суйын үлем сәсеп, яугирҙарға ябырыла. Артҡа сигенергә мәжбүр булалар. Беренсе взвод командиры эргәләренә килә: “Егеттәр, нисек тә алға барыр кәрәк!” Әлегә барырлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, ул ынтылып ҡарай. Әммә бер аҙҙан кире әйләнә. “Трехсотый”, - тип кенә әйтә ала үпкәһе тишелгән, ҡабырғаһы яраланған командир. Тура барып булмаҫын аңлағас, беҙҙекеләр яйлап ут аҫтынан сыға, ситтән урап барырға килешәләр. Рация шытырлай: “Киске сәғәт биштә, егеттәр!” (дошмандар уларҙың тулҡынын тотоп, ишеткән хәлдә лә, аңламаһындар өсөн башҡортса-татарса һөйләшәләр). “Тимәк, киске сәғәт биштә штурм була”, - тип Азат менән “Бурый” яу алдынан һыу эсеп, көйрәтеп алалар. Теүәл сәғәт биштә һуғыштың ут-һыу михнәттәрендә сыныҡҡан яугирҙар арыҫландай терәк пунктына ташлана. Нығытылған позицияларын бирергә теләмәгән дошмандар аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә, бер яугирҙы яралай. Азат миномет ярҙамын һорағас, ике яҡтың атышы ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндерә, ялан ҡайнаған ҡаҙанмы ни – төрлө яҡҡа снарядтар, пулялар, ағас-ҡыуаҡтар, тупраҡтар оса, утлы өйөрмә эсендә беҙҙекеләр тағы атакаға күтәрелә, ләкин йәнә уңышһыҙ... Окоп ҡаҙып, аҡтарылған ер ҡуйынына һыйынышып яталар. Быларҙы йә юҡ иттек, йә артҡа сигенделәр, тип, ахыры, дошмандар тыныслана. Яҡында ғына була улар, 200-300 метр самаһы урында. Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәндәре лә ишетелеп тора - ҡораллы ярҙам килеүе, терәк пунктын нығытыуҙары асыҡлана. Һәм бер ваҡыт дошмандар беҙҙекеләр ятҡан ерҙә нығынырға ниәтләй. Дөм-ҡараңғы, бер ни күреп тә булмай, әммә беҙҙекеләргә табан килеүҙәре ап-асыҡ. Көрәк тотҡандар, һөйләшәләр. Яҡынайғандан-яҡынаялар. Тепловизион күҙлектәрҙәлер, моғайын, ҡайҙа баҫҡандарын күргәнгә лә, ышаныслы атлайҙар. Азат менән уның иптәштәре автоматтарын әҙерләп, үлемесле алышҡа әҙерләнә: “Ашыҡмайыҡ, егеттәр... нығыраҡ яҡын килһендәр... шунан һуң ғына ҡаршы алырбыҙ...” Секунд һайын әжәл тырнағына тарыу ҡурҡынысы аҫтында йөрөгән, айҙар, йылдар дауамында тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә яуҙы үткән яугирҙар һәр алыштың да һуңғы булыуы ла мөмкин икәнен яҡшы аңлай, ә шулай ҙа гелән яҡшыға, тере ҡалырына өмөт итә. Сөнки һәр тере йән эйәһенеке кеүек, уларҙың да бик ныҡ йәшәгеһе килә – яҡты донъяларҙа йәшәүҙән кем туйһын?! Өйҙә ғәзиз, яҡын кешеләре уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын иртәле-кисле зарығып көтә... Былай ҙа йонсоған, арыған, йоҡоһоҙлоҡтан интеккән, үтә сарсаған яугирҙарҙың көсөргәнештән тамаҡтары тағы ла нығыраҡ кипте, йөрәктәре, ҡоршау эсенән атылып-ҡотолорға ярһыған дөлдөлдәй, тулап-тулап типте, тибешен дошмандар ҙа ишеткән һымаҡ. Ағарған бармаҡтары автоматҡа ҡуша йәбеште-ҡатты. Бер ни күренмәгәс, ҡолаҡтарҙы ҡарпайтып, дошмандарҙың аҙымдарын тыңланылар. Ә улар яҡынайғандан-яҡынайҙы, атлау тауыштары эргәлә генә яңғыраны. Яп-яҡын... Хатта, тын алыштары тойолдо... Бына улар килеп тә етте... Бер ынтылыуҙа ҡалҡынып, һикереп торған егеттәр дошманды утлы ҡосаҡҡа сумдырҙы. Дошмандарҙы күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғылыҡта (их, был ерҙең ҡырыҫ ҡап-ҡара төндәре!), уларҙың автоматтарынан сыҡҡан осҡондар буйынса самалап аттылар. Автоматының патрондары бөтөүгә генә дошман пуляһы Азаттың ҡолағын әсеттереп сыйып, каскаһын осороп алып китте. Башын һәрмәй һалды: “Өҙҙө икән!” Ҡолағының урынында булыуын аңлағас, еңелерәк тын алды. Ҡоралының магазинын алыштырып, атышты дауам итте. Бер мәл утлы ялҡын уны ергә алып бәрҙе, һул ҡулын шундай көслө ауыртыу яндырҙы – уны тереләй төбөнән умырып, өҙөп-йолҡоп алдылармы ни... Ауған килеш егеттәргә ҡысҡырҙы: “Трехсотый!” Ауыртыуҙы баҫҡан укол сәсеп, мең эт бәләһе менән ҡулын бәйләгән булды. Күҙҙәрен йомдо, әсәй-өләсәйҙәр йыш ҡабатлаған һүҙҙәрҙе тел үҙенән-үҙе шыбырланы: “Эй, Аллам, зинһар, ҡотҡар! Бөтә өмөт тик һиндә генә, Аллам! Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдү лилләәһи раббиль-ғәәләмиин...” Бәхетенән егеттәр дошмандарҙы һала, терәк пункты яулана. Ләкин ҡанлы яу тыммай – икенсе урындағы орудиелар эшкә керешә һәм дошмандар кескәй төркөмдө уратып ала. Күҙ алдында иптәше “Бурый”ҙың һәләк булыуы Азатты тетрәндерә... “Артҡа сиген!”, - тип һөрәнләй Азатҡа иптәштәре. Бөрйән батыры: “Бирешмә, Азат! Һин тере ҡалырға тейешһең! – тип үҙен-үҙе ҡеүәтләп, аҡтыҡ көсөн йыя ла, ҡаны йылғалай аҡҡан ҡулын яңынан бәйләй, аңҡы-тиңке килеш антидрон одеялды ябына һәм... аңын юғалта. Иҫенә килгәс тә, бәйләнешкә сыға. Уға үҙебеҙҙең позицияларға табан йүнәлергә ҡушалар. Дүртәүләп - аяҡтары яраланған ике яугир, иңбашына снаряд ярсығы тейгән һалдат һәм Азат - таңғы сәғәт биштә ҡуҙғалалар. Уларҙың сыҙамлығына, ныҡлығына, көсөнә хайран ҡалырлыҡ: ауыр йәрәхәтләнгән килеш 37 саҡрым ерҙе улар, һәр хәрәкәтте һағалаған, кешеләрҙе үлтереүгә көйләнгән дрондарҙың һөжүме аҫтында нисек кенә үтә алды икән?! Был үҙе бер батырлыҡ! Икенсе көндө улар үҙебеҙҙекеләргә барып етә. Тағы ла бер тәүлектән һуң Рәсәйгә эвакуацияланғас, яҡташыбыҙҙы Новосибирск ҡалаһындағы хәрби госпиталгә ебәрәләр. Байтаҡ ҡатмарлы операция кисерә, бик оҙаҡ реанимацияла ята. Ярты йыл реабилитация үткәндән һуң хәрби комиссия уға “D” категорияһын биреп, 2025 йылдың март айында демобилизациялана. Өйҙә уны ҡәҙерле әсәһе Таңһылыу Сәғит ҡыҙы, һөйөклө кәләше Нурзидә һәм ҡыҙы көтөп алды. Әлеге көндә ҡыйыу егетебеҙ ауылында үҙ эшен асҡан, яҡындары иһә МХО-ға ҡоро душ, антидрон плащтарын эшләп, еңеүҙе яҡынайта. - Снайперға уҡығанда рота командиры, ул Стәрлебаштанмы, Стәрлетамаҡтанмы ине, ауыл халҡы теккән антидрон одеялдарҙы беҙгә таратып бирҙе, шул һуғышта ныҡ ярҙам итте, - ти яугир. – Тепловизорҙан да йәшерә, йылыны сығармағас, һыуыҡ ерҙә уранып ятырға ла була. Шул одеялдарҙы теккән апайҙарға ла, ғөмүмән, фронтҡа ярҙам иткән һәр кемгә оло рәхмәт! Рәхмәтле була белгән, изге күңелле, эскерһеҙ, ҡыйыу яҡташыбыҙ махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 2024 йылда - “Донбасты азат итеү”, 2025 йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Бынан ары геройыбыҙ тыныс, имен тормошта яҡын кешеләре менән бергә ҡыуаныстарҙа, муллыҡта кинәнеп йәшәһен дә йәшәһен!
Фото: А.Сәғитов.