

21 февралдә кискеһен Ҡалтасы районының Ҡалмыябаш ауылында торлаҡ йорт яна. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, ут бөтә бинаны ялмап ала. Янғын һүндереү һәм конструкцияларҙы һүтеү ваҡытында ҡотҡарыусылар бүлмәләрҙең береһендә йорт хужабикәһенең кәүҙәһен таба.
Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр килгәнсе 28 йәшлек күршеһе янғынды күреп ҡала һәм ярҙамға ташлана. Ир ҡатынды уттан үҙ аллы сығарырға маташа, әммә ике ҡулы ла яна. Ашығыс ярҙам табиптары зыян күреүсене урында тикшерә һәм тейешле медицина ярҙамы күрһәтә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм тәфтиш-оператив янғындың аныҡ сәбәбен асыҡлай.
Фото: МЧС РБ.