

Сибайға был статусты биреү тураһындағы ҡарар AISBLБөтә донъя һөнәрселек үҙәге башҡарма комитеты ағзаларының күпселек тауышы менән ҡабул ителде.
Сибай – халыҡ-ара кимәлдә ошондай юғары танылыу алған Башҡортостандың икенсе ҡалаһы. Былтыр Өфө ағасты һәм ташты художестволы эшкәртеү буйынса Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы булғайны.
“Был һөҙөмтәгә беҙ маҡсатҡа ярашлы килдек. Был сентябрҙә үк “Урал аръяғы – 2025” форумында Бөтә донъя һөнәрҙәр советы президенты Саад Ал-Калдуми етәкселегендә делегацияны ҡабул иттек. Бергәләп производство майҙандарын ҡараныҡ, “Артель” уҡыу-производство предприятиеһының оҫталары Урал минералдарын ысын сәнғәт өлгөһөнә әүерелдереүен күрҙек. Тап шул ваҡытта сит ил эксперттары беҙҙең милли биҙәүестәрҙең үҙенсәлектәрен һәм ташты эшкәртеү буйынса башҡорт мәктәбенең уникаллеген күрҙе”, – тип һөйләй Маргарита Болычева.
Фото: Маргарита Болычеваның шәхси сәхифәһенән.