

Республика етәксеһе йәш көрәшселәрҙе һәм уларҙың тренерҙарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
«Ысын йөрәктән әйтәм — күңел ҡыуана. Күҙ алдына килтерегеҙ – бер үк ваҡытта 2 мең ҡыҙ һәм малай 15 спорт төрө менән шөғөлләнә! Беҙҙең үҙәктең төп миссияһы ошонда – спорт менән һәр бала шөғөлләнә алырға тейеш. Аңлайым, республикала бындай объекттар етмәй. Әммә беҙ эште дауам итәбеҙ – алда тотош рәт спорт комплекстары төҙөү планлаштырылған. Һәр атай үҙенең балаһын спортҡа йәлеп итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ул тормошта ныҡ ярҙам итә, балалар үҫкәс, уларҙы көслө, сыҙамлы һәм төрлө ҡаршылаҡтарҙы еңергә һәләтле итә, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Фото:Башинформ.