Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Мәскәү ҡалаһының Пресненск районының Йәштәр палатаһы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән берлектә "Еңеү хаҡына берҙәмлек" тигән тарихи проектты башлап ебәрҙеләр. Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһын һаҡлаусы башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығына арналған күргәҙмә асылды. Экспедициялар төп урынды Мәскәү янында контрһөжүмдә ҡатнашыусы легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов биләй. Әммә проекттың төп "фишка"һы - тарих менән яһалма интеллекттың берләшеүе. Нейроселтәрҙәр ярҙамында геройҙарҙың хәрби юлы тергеҙелгән һәм образдарҙы йәнләндергәндәр. Һәр портрет QR-код менән тулыландырылған: камераны уға йүнәлтһәң, "һөйләшә" башлай, ҡаһарманлығы тураһында видеоматериалдар асыла. Был тамашасыға тарих менән диалогҡа инергә, һуғыштың тәүге көнөндә Мәскәү һәм Ватан һағына баҫҡан кешеләр тураһында күберәк белергә мөмкинлек бирә. Күргәҙмә март уртаһына тиклем дауам итә. Альбина Сәрүәретдинова.