Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль , 15:00

Коронка аҫтында теш һыҙлаһа...

Коронка аҫтында теш һыҙлауы – етди мәсьәлә, уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.  Хатта  беленер-беленмәҫ кенә ауыртһа ла. Протез аҫтында ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүсе ялҡынһыныу таралыуы ихтимал.  

Коронка аҫтында теш һыҙлаһа...
Коронка аҫтында теш һыҙлаһа...

 Нилектән һыҙлай? Сәбәбе

Протез ҡуйылғандың тәүге көндәрендә организмдың һиҙгерлеге юғары булыуы арҡаһында ауыртыу һиҙелә,  ә  инде   көслө ауыртыуҙың оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылыуы етди проблема булыуы хаҡында һөйләй.  

Яһалма теш ҡалыбы (коронка) организм тарафынан  сит әйбер кеүек ҡабул ителә һәм  шунлыҡтан  теш ҡуйҙырғандан һуң  ниндәйҙер ауыртыу,  уңайһыҙлыҡ һиҙелеүе ғәҙәти күренеш.  Ғәҙәттә әкренләп ауыртыу кәмеп,  тиҙ арала бөтөнләй туҡтай. Ә инде коронка аҫтындағы тештең һыҙлауы туҡтамай, ауыртыу көсәйә генә барһа, был – стоматология поликлиникаһына барырға төп сәбәп. Сөнки ауыртыуҙың баҫылмауы  ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

   Теш һыҙлауының төп сәбәбе  нервы остарының ялҡынһыныуы,  протездың яҡшы урынлаштырылмауы, тамырының зарарланыуы йәки  протез ҡуйғандағы хаталарға бәйле  булыуы мөмкин.   Шулай уҡ теш һыҙлауының сәбәптәренә түбәндәгеләр инә:

  • Пульпит – теш тирәләй туҡымаларҙың ялҡынһыныуы.
  • Периодонтит – теш тамыры тирәләй урынлашҡан  туҡымаларға инфекция эләгеүе, киста  барлыҡҡа килеүе. 
  • Эренле шеш (флюс) барлыҡҡа килеү.
  •  Протезлауҙың сифатһыҙ башҡарылыуы.
  • Йәрәхәт арҡаһында тамырының зыян күреүе.
  •  Икенсел кариес.
  • Гингивит йәки пародонтит – теш ҡаҙнаһының ялҡынһыныуы.

 Ауыртыуҙың билдәләре

 Коронка аҫтындағы ауыртыуҙың характеры  уның барлыҡҡа килеү сәбәбе хаҡында һөйләүе ихтимал:

  • Бармаҡ менән баҫҡанда теш ауыртыу – ул йыш ҡына периодонтит тураһында һөйләй.
  • Киҫкен, һулҡылдап   ауыртыу  – пульпиттың төп билдәһе. 
  • Ваҡыты-ваҡыты менән һыҙлап ауыртыу – хронк ялҡынһыныу билдәһе булыуы ихтимал. 
  • Даими  ауыртыу – ҡайһы бер осраҡта  теш тамырының сатнауына бәйле була. 
  • Һалҡынға йәки эҫегә үҙен һиҙҙертеү   –  икенсел кариеста була.

Параллель рәүештә яңаҡ һәм теш ҡаҙнаһы шешеүе ихтимал.  Йыш ҡына  бөтмәй торған насар еҫ һәм ауыртҡан теш янында эренле шеш (флюс) барлыҡҡа килә.  Тағы ла етдиерәк осраҡта  яҡындағы лимфа урындары ла ҙурая. Был осраҡта кисектермәй стоматологҡа мөрәжәғәт итеү зарур.

 Өй шарттарында тәүге ярҙам

 Теш һыҙлай башлап, тиҙ генә  дауаханаға барып булмаған осраҡта:

  • Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсергә мөмкин.
  • Ауыҙҙы тоҙ һәм сода иртемәһе менән сайҡатырға ярай.   (1 стакан һыуға бер ҡалаҡ).  
  • Ауыҙ ҡыуыгшлығын зарарһыҙландырыусы иретмәләрҙе ҡулланырға мөмкин   (мәҫәлән, хлоргексидин 0,05%).
  •  Яңаҡҡа 7-10 минутҡа боҙ ҡуйырға (таҫтамал аша).

Нимә эшләргә ярамай?

Ауыртҡан урынды йылытыу, шулай уҡ теш коронкаһын сисергә маташыу һәм табип ҡушмайынса антибиотиктар эсеү тыйыла.   Пациенттың үҙаллы проблеманы хәл итергә маташыуы хәлде ҡатмарлашытырып ҡына ебәреүе ихтимал, шуға күрә коронка аҫтындағы теш һыҙлағанда тыйыла:

  • Йылытыу, компресс һәм ауыртыу урынын баҫыусы препараттар ҡулланыу  –  йылылыҡ йоғонтоһонда зарарлы микрофлора     туҡымалар буйлап тарала, ә анальгетиктар лайлалы өлөшөн яндырыуы ихтимал.   
  • Коронканы соҡоп, һелкетеп маташыу –  тешкә зыян килтереүе ихтимал.
  • Антибиотик  ҡулланыу  – диагнозһыҙ уларҙы эсеү файҙаһыҙ ғына түгел, ә зыянлы.
  • Ортодонтҡа барыуҙы кисектереп тороу – ни тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙаһығыҙ, шул тиклем  артабан дауалауҙа  ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. 

 

 Эксперт фекере

«Коронка аҫтында теш һыҙлауына түҙергә ярамай.  Йорт шарттарында дауалау ысулдары  ауыртыуҙы  еңеләйтә, әммә  уның сығанағын бөтөрмәй.  Ваҡытында дауалау курсы үтмәгәндә ул  эренләүгә, теште юғалтыуға һәм  инфекцияның сәләмәт туҡымаларға күсеүенә килтереүе ихтимал».

Диагностикалау

Диагнозды дөрөҫ билдәләү һәм протез аҫтындағы йәшерен проблемаларҙы  асыҡлау өсөн  рентген,  компьютер томографияһы  һәм электроодонтометрия ҡулланыла.

  • Рентген – тештең тамырын, кистаны йәки гарнулемдың булыу-булмауын күрһәтә.
  • Компьютер томографияһы (КТ) – ялҡынһынған урындың күләмле  һүрәтен бирә. 
  • Электроодонтометрия (ЭОД) – нервының ниндәй хәлдә булыуын асыҡларға ярҙам итә.

Коронка аҫтындағы теште дауалау

Дауалау ауыртыуҙың сәбәбенә бәйле тәғәйенләнә:

1) Әгәр ҙә проблема теш ҡаҙнаһында икән йәки башланғыс кариес булһа, был осраҡта коронканы сисмәйенсә генә медикаменттар менән дауалау ҡулланыла. 

2) Ауыртыу тештең тамырына һәм каналдарына бәйле булған осраҡта протезды алырға тура килә:

  • Коронканы алалар.
  • Каналдарҙы таҙарталар.
  • Ваҡытлыса пломба ҡуялар.
  • Һуңынан коронканы яңынан ҡуялар йәки яңыһын эшләйҙәр. 

 

Дауалағандан һуң теште тергеҙеү

Дауалағандан һуң  теште нығытыу талап ителеүе ихтимал, ә инде ул ныҡ боҙолһа – имплант йәки  яңы протез ҡуйыу. 

Теш ҡуйҙырғандан һуң проблемалар булмаһын өсөн, протезды яҡшылап тәрбиәләргә, йәғни таҙартып торорға кәрәк. Шулай уҡ протезға көс төшмәһен өсөн ҡаты аҙыҡ ашауҙан да тыйылыу  мөһим. Бынан тыш, йылына ике тапҡыр стоматологҡа күренеп торорға онотмағыҙ. Коронка аҫтындағы теште таҙартыу өсөн ирригатор һәм теш сайҡатыу өсөн лосьондар ҡулланырға кәңәш ителә.

Коронканы ҡасан алмаштырырға?

 Коронка зыян күргәндә йәки  уның ҡулланыу ваҡытты сыҡҡан осраҡта  йәки ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа, уны алмаштырыу талап ителә.  Мәҫәлән, протез ярылһа, сатнаһа йәки бушаһа, ысҡына башлаһы уны алмаштырыу мотлаҡ.  Бынан тыш,  уларҙың ҡулланыу ваҡыты ла сикләнгән  – 2 йылдан алып 15 йылға тиклем. Ошо ваҡыттан һуң уларҙы алмаштырырға кәңәш ителә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас