Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля , 07:00

Көнөнә ике йомортҡа нимә бирә?

Белгестәр көнөнә ике йомортҡа ашарға ҡуша. Ни өсөн ошондай кәңәш бирәләр,  йомортҡала организм өсөн ниндәй файҙалы матдәләр бар?

Көнөнә ике йомортҡа нимә бирә?Көнөнә ике йомортҡа нимә бирә?
Көнөнә ике йомортҡа нимә бирә?

 Мейе һәм хәтер өсөн – холин. Мейене йәшкә бәйле үҙгәрештәрҙән һаҡлай. Айырыуса йөклө ҡатындар өсөн файҙалы.

Күҙҙәр өсөн –  лютеин менән зеаксантин. Уларҙы күҙҙең селтәрле ҡабығын  һаҡлай һәм катаракты хәүефен кәметә. Йомортҡалағы был матдәләр үҫемлек сығанаҡтарындағына ҡарағанда яҡшыраҡ үҙләштерелә.

 Һөйәктәр һәм иммунитет өсөн – Д витамины. Кальций менән фософорҙың  эшкәртелеүен көйләй, һөйәктәрҙең һәм тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итә, организмдың һаҡлау функцияларын көсәйтә.

 B9 витамины.Күҙәнктәтҙең үҫешендә һәм бүленеүендә ҡатнаша, бауыр , сәсәтәр һәм тире өсөн мөһим. Айырыуса  йөклөлөк осоронда кәрәк.

 Яҡшы аҡһым. Йомортҡала организмға үҫеү, туҡымаларҙы терегеҙеү һәм гормондар балансын тотоу өсөн  9 алмаштырғыһыҙ аминокислота бар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас