Рамаҙан айының беренсе көнөндә Яңы Ергән ауылы мәктәбе коллективы ауылдаштарын ифтар мәжлесенә йыйҙы.
- Мәктәп директоры Ғәлиәхмәт Әхмәтхан улы Рәхмәтов, ауыл хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова Рамаҙан айы башланыу менән тәбрикләнеләр. Ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйе Фәниә Ҡотоева, Фәниә апай Шәрипова, Вилә апай Күҫәковалар илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир- егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аяттар уҡыны. Артабан әҙерләнгән ризыҡтан, килтерелгән күстәнәстәрҙән һығылып торған бай өҫтәл табынына ултырып, ифтар ҡылынды.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.