Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля , 17:10

Хоккей йондоҙҙары менән сәкән һуҡтылар

Һалҡын боҙҙа ҡыҙыу уйын

Хоккей йондоҙҙары менән сәкән һуҡтыларХоккей йондоҙҙары менән сәкән һуҡтылар
Хоккей йондоҙҙары менән сәкән һуҡтылар

Әбйәлил районының Үләнде күлендәге боҙ майҙансығы гөрләп торҙо. Бында ике төбәкте - Силәбе өлкәһен һәм Башҡортостанды берләштергән ҙур спорт байрамы үтте. "Уральская классика" турниры "Салауат Юлаев" һәм "Металлург" хоккейсылары тарафынан ойошторола. Уникаль сара йәш спорт һөйөүселәргә хоккей йондоҙҙары менән сәкән һуғыу мөмкинлеген бирә.
Күрше Магнитогорск ҡалаһының "Металлург" хоккейсылары менән Әбйәлил районының "Асҡар" командаһы көс һынашты. Боҙҙа малайҙар менән бергә Илья Воробьев, Егор Яковлев, Владимир Ткачев, Василий Кошечкин, Илья Набоков уйнаны, легендар хоккейсылар менән бергә боҙҙа сәкән һуғыу онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Турнир аҙағынан Әбйәлил командаһына биш комплект хоккей экипировкаһы, формаалар бүләк иттеләр.

Райондың бөтә ауыл биләмәләре ҡатнашҡан "Йыуаса-фест" байрамдың сағыу биҙәге булды. Әбйәлил ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡунаҡтарҙы мул өҫтәл һәм төрлө һый-ниғмәттәр менән ҡаршы алды. Улар тәмле бәлеш, йыуаса, ҡоймаҡ, ҡайнар самауыр сәйе һәм тел йоторлоҡ буҙа менән һыйланы. Әбйәлил ауылы активистары үҙҙәренең дәртле флешмобы менән ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы. Дөргөн, татыу ауыл халҡы тағы ла берҙәмлеген һәм "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеүгә ынтылышын күрһәтте.

Онотолмаҫлыҡ спорт һәм берҙәмлек байрамы яҡшы кәйеф, дәрт-сәм бүләк итте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас