Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль , 11:00

Алма һеркәһе бик яҡшы дауа

Алма һеркәһе бик күп ауырыуҙы дауаларға ярҙам итә. 

 

*Билбау тимрәүе  йонсотҡанда,  зыян күргән урындарға  көнөнә бер нисә тапҡыр алма һеркәһе һөрткәндә  ауыртыу һәм ҡысытыу баҫылыр.  Бынан тыш, һыу менән ҡатыштырылған һеркәне (ярты стакан һыуға бер балғалаҡ еһркә)  көнөнә өс тапҡыр  эсергә кәрәк.  Бынан тыш,  ауыҙ эсе боҙолғанда уны  алма һеркәһе менән сайҡатырға мөмкин.

*Алма һеркәһе тирегә яҡшы йоғонто яһай – ул йомшаҡ һәм һығылмалы булып ҡала. Уның менән битте, ҡул тиреһен, аяҡтарҙы  ыуырға була.

*Ангина  менән ауырығанда  төнгөлөккә бер ҡалаҡ алма һеркәһе эсергә кәңәш ителә. Әммә уны әҙ-әҙләп кенә йотоп эсергә кәрәк.

* Аяҡтарҙағы ҡан тамырҙарының киңәйеүен дә алма һеркәһе менән дауалайҙар. Бының өсөн тамырҙары ҡалҡып сығып торған урындарҙы уның менән ыуырға кәрәк. Был процедураны  көн һайын йоҡлар алдынан эшләргә. Шуға өҫтәп бер стакан йылы һыуға ике-өс балғалаҡ  алма  һеркәһе ҡушып эсергә кәңәш итәләр.

*Тырнаҡтарҙағы бәшмәктәрҙән дә алма һеркәһенең файҙаһы тейә. Микоздарҙы дауалауҙың бер нисә ысулы бар:

- тиренең зыян күргән урындарын көнөнә бер нисә тапҡыр алма һеркәһе менән эшкәртеү. Быны  ауырыуҙан  тулыһынса ҡотолғансы эшләргә кәрәк.

- төнгөлөккә аяҡтарҙы  алма һеркәһе ҡушып әҙерләнгән ваннаға тығып ултырыу. Ул бер ҡалаҡ тоҙ, 2 – 3 балғалаҡ һеркә һәм 2 л йылы һыуҙан әҙерләнә.

– бәшмәктән зыян күргән тирегә алма һеркәһе һөртөп, өҫтөнән 1:41 нисбәтендә һыу менән һеркә иретмәһенә тығып алынған кизе-мамыҡ ойоҡбаш кейергә, өҫтөнән йылы ойоҡбаш кейеп, улар кипкәнсе сисмәҫкә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас