Ул Ватан һаҡсылары көнөн билдәләү маҡсаты менән ойошторолдо. Байрамға уҡыусыларҙың атайҙары, ҡартатайҙары, олатайҙары, ағайҙары саҡырылды. Сараның беренсе өлөшөндә ир-егеттәр ҡоро булдырылды. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгән, балаларға терәк, үрнәк булған атайҙар араһынан ҡор башлыҡтары һайланды. Киләсәккә уҡытыу-тәрбиә эштәренә ҡағылышлы маҡсат-бурыстар ҡуйылды, пландар алынды. Мәктәп етәксеһе Илфат Сәмиғулла улы Алғошаев мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәренә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, һәм иң әүҙем атайҙарҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Балаларҙың ихлас күңелдән башҡарған йыр-бейеүҙәре, шиғырҙары, ҡурай-ҡумыҙ моңдары, йөрәк йылыһын һалып эшләгән бүләктәре ғәзиз кешеләренең маҡтау, хуплау һүҙҙәре менән баһаланды. Байрам аҙағында атайҙар уҡыусыларға һәм мәктәп коллективына уңыштар теләне. Сара бик фәһемле һәм матур үтте!
Фото: Мәктәп сайтынан.