Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль , 07:15

Халыҡ теле – мәңгелек мираҫ!

Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләйбеҙ. Был көн Ер йөҙөндә юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан иғлан ителгәйне.

Халыҡ теле – мәңгелек мираҫ!
Халыҡ теле – мәңгелек мираҫ!

Халыҡты халыҡ итеп йәшәткән – тел. Һәр милләт өсөн үҙ туған теле иң ҡәҙерле рухи байлығы. Тел – һәр халыҡтың үтә лә ҡәҙерле, күҙ ҡараһылай һаҡлар хазинаһы.

...Телдең дә үҙ көйө бар. Шул моңдо күңелең менән ишетеп, үҙең теләгәнсә сыңлатырға өйрәнмәйенсә, һис кенә лә телде беләм, белеп бөттөм, тип әйтеп булмай.

«Телдең тәрәнлеге – төпһөҙ, аҡылы – сикһеҙ. Тел – халыҡтың иң боронғо тарихи көҙгөһө. Беҙҙең унан да боронғо, унан да ышаныслы бер нәмәбеҙ ҙә юҡ» – тигән фекерҙә телсе-ғалимыбыҙ Әкрәм Бейеш.

Беҙҙең башҡорт телебеҙ шундай һутлы, бай, яғымлы тел!

Башҡорт телен белгән кеше егерме ике төрки телен аңлай ала. Бөйөк мәғрифәтсе полиглот ғалимыбыҙ Ғабдулла Нурмөхәмәтов 28 тел белгән. Башҡорт телендә булған һ, ҙ, ҫ ғәрәп телендә лә бар. Был иһә аят-сүрәләрҙе дөрөҫ уҡыуға булышлыҡ итә. Ошо уҡ өн-хәрефтәр инглиз телендә лә бар.  Башҡорт телен белгәндәр был телде лә тиҙ өйрәнә. Ни тиклем күберәк тел белһәң, күҙаллау даирәң дә киң, фекерләү ҡеүәң дә шәп була.

Көндәлек тормошта төрлө диалект вәкилдәре менән аралашҡан ваҡытта кешелә әҙәби тел һәм айырым һөйләш үҙенсәлектәре араһындағы айырмалыҡтар хаҡында һорауҙар тыуыуы тәбиғи. Шул уҡ ваҡытта тап бына ошондай ҡыҙыҡһыныу аша телгә һөйөү, иғтибар арта.

Шулай итеп, телебеҙ тарихын белергә, өйрәнергә, киләһе быуындарға һаҡлап ҡалдырырға тейешбеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас