Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль , 18:30

Өфөнән фронтҡа — раритет мотоцикл

Өфөнән Муса Мәзитов махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларға үҙенең мотоциклын тапшырҙы.

Өфөнән фронтҡа — раритет мотоцикл
Өфөнән фронтҡа — раритет мотоцикл

    Фронтҡа ярҙам тураһында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов хәбәр итте.   

Муса Мәзитов алдынғы һыҙыҡтағы яугирҙарға даими ярҙам итә.  Бынан алда ул хәрбиҙәргә мотоцикл, балыҡ тотоу  өсөн селтәрҙәр, ББПЛА, УАЗ автомобиле тапшырғайны. 

 «Урал» мотоциклын ул шәхси коллекцияһынан бирҙе.   Антон Тарасов әйтеүенсә, ул ябай ғына техника түгел, ә ысын раритет.

«Юбилей серияһы, сикләнгән тираж менән генә сығарылған.  Фронтта бындай техника бик кәрәк — ул ҙур техника үтә алмаған ерҙә тиҙ хәрәкәт итергә, йөк ташырға һәм хәрби бурыстарҙы  үтәргә ярҙам итә», —ти Антон Тарасов.

Фото:Башинформ. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас