Уларҙың әллә ни зыяны ла юҡ кеүек, әммә, берҙән, бер ҙә матур түгел, икенсенән, уңайһыҙлыҡ та тыуҙырыуы ихтимал. Уларҙан ҡотолоу өөн түбәндәге ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ.
1.Йод - 10мл, аспирин (ацетилсалициловая кислота) – 5 төймә алырға һәм аспиринды иреп бөткәнсе йодҡа һалып бутарға. Ошо иретмә менән төнгөлөккә ауыртҡан урынды ыуырға һәм йылы әйбер кейергә ( ҡулға – бирсәткә, аяҡҡа – ойоҡбаш). Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
- Ҡуҙғалаҡты бутҡа хәленә килгәнсе иҙергә һәм шуны шештәр өҫтөнә ябырға. Өҫтөнән шыптыр һәм туҡыма ябырға мөмкин. Ҡуҙғалаҡ үҫеп сыҡҡан шешектәрҙе бөтөрә. Дауаланыу курсы – 1 ай.
- Күк һуған. Һуғанды ҡырғыс аша үткәреп, мамыҡ дискыһы араһына һалып, һәр һөйәккә ябырға һәм өҫтөнән пластырь менән нығытырға. Түшәкте бысратмаҫ өсөн өҫтөнән целлофан ҡапсыҡ кейергә мөмкин. Иртәнсәк аяҡтарҙы йыуып, 10 процентлы йод һөртөргә. Дауаланыу курсы – 1 ай.