Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраля , 13:00

Атайҙар — донъя терәге

 Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә ҡарата «Атайҙар - донъя терәге» тип исемләнгән форум үтте.

Атайҙар — донъя терәгеАтайҙар — донъя терәге
Атайҙар — донъя терәге

  Уның маҡсаты — ғаиләлә атайҙар абруйын арттырыу, уларға ихтирам тойғоһо һәм балаларҙа Тыуған илебеҙгә ҡарата илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү. Сара бик йөкмәткеле, һөҙөмтәле булды. Атайҙар балалары менән бергә мауыҡтырғыс конкурстарҙа һәм ярыштарҙа  ҡатнашты. Улар һүҙ оҫталығында, аш-һыу әҙерләү, рәссамлыҡ һәләттәрендә һынау үтеп, үҙҙәренең зирәклеген, тапҡырлығын, оҫталығын, маһирлығын күрһәтте. Тәрбиәләнеүселәребеҙ ҡунаҡтарға шиғырҙар, йыр- бейеүҙәр бүләк итте. Сара аҙағында баҡсабыҙ мөдире Илмира Винер ҡыҙы Ишмырҙина атайҙарҙы ҡотлап, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Матур байрамдан атайҙар күтәренке кәйеф менән таралышты.

 

Нәжиә Жуламанова,
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас