Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраля , 06:00

Һары мәтрүшкә — бәхет үләне

Кеше ҡыуанған һәм бәхет кисергән мәлдә  уның организмында бәхет гормоны – серотониндың кимәле юғары була. Һары мәтрүшкә кеше организмында ошо гормондың бүленеп сығыуына булышлыҡ итә.

Һары мәтрүшкә — бәхет үләнеҺары мәтрүшкә — бәхет үләне
Һары мәтрүшкә — бәхет үләне

 Һары мәтрүшкә – нервы системаһын нығытыу, кәйефте күтәреү, депрессиянан, ялҡаулыҡтан  ҡотолоу өсөн  тәбиғи антидперессант булып тора. Тормоштоң ҡатмарлы осорҙарында  көнөнә 3 – 6 сынаяҡ һары мәтрүшкә сәйе һәм 20 тамсы төнтәмәһен эсергә кәңәш ителә.   Төнәтмәһен әҙерләү өсөн 50 г кипкән һәм ваҡланған һары мәтрүшкәгә ярты литр араҡы ҡойоп,  10 көн ҡараңғы урында тоторға. Даими рәүештә болғатып торорға оноторға ярамай. Әҙер булғас, марля аша һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡларға.

Һары мәтрүшкә – тылсымлы үлән, уның нигеҙендә ҙәрелнәгән дарыуҙар меңләгән ауырыуҙы дауалай. Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәле, икмәкте онһоҙ бешереп булмаған кеүек, һары мәтрүшкәһеҙ ауырыуҙы ла дауалап булмай, тимәй.

Һауа торошо үҙгәреүгә һиҙгерлектән дә һары мәтрүшкә сәйен эсеп, вегетатив тулҡындарҙы көйләргә мөмкин.

 Ҡатын-ҡыҙҙарға климакс ваҡытында гормондар үҙгәрешенә бәйле кәйефтең  бер төшөп бер күтәрелеп тороуынан да һары мәтрүшкә сәйе   эсергә тәҡдим ителә.

Иғтибарын бер нәмәгә туплай алмаған балаларға һәм ололарға ла һары мәтрүшкә менән мелисса сәйе ярҙам итер. Был тәмле сәйҙе иртәнсәк имтихандар алдынан эсеү ҙә файҙаға ғына булыр.

 Йәйгеһен даими рәүештә сәй урынына һары мәтрүшкә эсһәгеҙ,  оргаанизм йәйгеһен еләк-емештәргә һәм йәшелсәләргә өйрәнгән ваҡытта  ашҡаҙан ауырыуҙарынан һаҡланырһығыҙ.

Ашҡаҙан-эсәк тракты  эшмәкәрлеген көйләү һәм  организмдың һаҡлау функцияларын көсәйтеү өсөн ябай сәйҙе  һары мәтрүшкә төнәтмәһенә алмаштырып, ике аҙналыҡ дауаланыу курсы үткәрергә кәңәш ителә.

Ревматизм менән яфаланыусылар өсөн һары мәтрүшкә майы менән ыуыныу яҡшы ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн 25 г яңы өҙөлгән сәсәкәһенә 500 г зәйтүн майы ҡушып бутарға кәрәк. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы быяла һауытта йылы урында, ҡыҙыл-һары төҫкә ингәнсе,  3 – 5 көн төнәтергә. Бер аҙнанан һыуын һарҡытып, майын ҡапҡаслы һауытҡа ҡойорға.

Был майҙы шулай уҡ яраларҙы бөтәштереү, тимрәүҙе дауалау һәм һеңерҙәр тартылғанда, аяҡ-ҡул сыҡҡанда ауыртыуҙы баҫыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин.

Стоматиттарҙы һәм гингивиттарҙы дауалау һәм иҫкәртеү өсөн һары мәтрүшкә төнәтмәһе файҙаланыла.  Уны теш ҡаҙнаһына һөртөргә кәрәк. Спиртлы төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: 10 г кипкән үләнгә 50 г 70 процентлы спирт  ҡойоп, 10 көн төнәтергә.

Бөйөр, бәүел ҡыуығы ауыртҡанда, төндә бәүел тотмау кеүек проблема булғанда ла һары мәтрүшкә төнәтмәһенең шифаһы тейә. Бының өсөн ашарҙан ярты сәғәт алда яртышар стакан эсергә кәрәк. Ғәҙәттәгесә төнәтмә 200 мл ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ үлән һалып, пар өҫтөндә тотоп, әҙерләнә.

Герпесҡа, киҙеүгә ҡаршы, шулай уҡ ҡан тамырҙарын таҙартыу, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн һары мәтрүшкә менән байытылған етен майын эсеү ярҙам итә. Эш шунда, һары мәтрүшкә менән май ҡушылғанда гиперицин бүленеп сыға, ул ошо проблемалар  менән көрәшергә ярҙам итә лә инде. Шулай уҡ йоҡо баҫыуҙан, хәүеф тойғоһонан, депрессиянан арынырға булышлыҡ итә, сөнки һары мәтрүшкә ярҙамында кеше мейеһе туҡымаларында  серотонин кимәле күтәрелә.

Был дарыу үләне төнәтмәһе туберкулез һәм яман шеш кеүек  ҡурҡыныс сирҙәр менән сирләүселәрҙең хәлен яҡшыртырға ла һәләтле.

Балаларҙа диатез булғанда, тәнен сабыртма баҫҡанда аҙнаһына өс тапҡыр һары мәтршкә төнәтмәһе менән йыуындырыу файҙалы. Шулай уҡ витилиго ауырыуы булғанда ла  ошондай уҡ төнәтмәне ҡулланалар. Тик уны эсергә кәрәк. Сәс ҡойолоуҙан да һары мәтрүшкә төнәтмәһе эсергә кәңәш ителә.

Шулай уҡ уның менән, иртәле-кисле һөртөп,  һытҡыларҙы дауаларға була.  

Һары мәтрүшкә төнәтмәһе, микробтараға һәм ялҡынһыныуға ҡаршы сара булараҡ,  косметологияла ла ҡулланыла. 

Бынан тыш, күп кенә тире ауырыуын дауалауҙа һары мәтрүшкә  алмаштырығыһыҙ дауа һанала. Шулай уҡ тән тиреһе янғанда ла файҙаһы тейә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас