Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль , 16:48

Йылынырға барығыҙ, водителдәр!

Ҡотҡарыусылар водителдәргә ярҙам итеү өсөн трассаларға сыҡты бөгөн.

Йылынырға барығыҙ, водителдәр!
Йылынырға барығыҙ, водителдәр!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, бөгөн һауа шарттарының насар булыуы сәбәпле ведомствоның шәхси составы юғары әҙерлек режимына күсерелгән.

Ҡотҡарыусылар Р-240 юлының 226-сы саҡрымында (Көйөргәҙе районы) һәм М-5 юлының 1306-сы саҡрымында (Туймазы районы) мобиль йылытыу пункттарын асҡан.

Кирилл Первов һүҙҙәренсә, төп бурыс - хәлде күҙәтеү, буран ҡамауында ҡалған водителдәргә ярҙам итеү һәм йылытыу пунктының эшләүе.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика автомобиль юлдарында биш күсмә йылытыу пунктының дежурлығы ойошторолған. Бөтәһе 56 кеше һәм 48 берәмек техника йәлеп ителгән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан - 16 кеше һәм 8 берәмек техника.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@Pervov_KS

 

Йылынырға барығыҙ, водителдәр!
Йылынырға барығыҙ, водителдәр!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас