Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраля , 05:30

"Яңы эш" файҙа килтерһен!

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы майҙансығында яңы программаны асыу тантанаһы үтте.

"Яңы эш" файҙа килтерһен!"Яңы эш" файҙа килтерһен!
"Яңы эш" файҙа килтерһен!
"Яңы эш" ("Новое дело") программаһының маҡсаты - үҙ эшен асырға теләгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү.
 
«Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад» милли проекты буйынса "Минең бизнесым" үҙәге, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында "БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ" ғәмәлгә ашырған проект был. 
 
"Яңы эш"кә 49 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан 35 ҡатнашыусыны һайлап алғандар. Уҡыу 17 февралдә башланып, 26 мартҡаса дауам итә. Программаның файҙаһы тейһен!
 
Фото: Министерство предпринимательства и туризма РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас