Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль , 15:09

Тағы бер юл ябылды!

Күҙ асҡыһыҙ буранда өйҙә генә ултырығыҙ инде! Үҙегеҙҙе күрәләтә хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

Тағы бер юл ябылды!
Тағы бер юл ябылды!

М-7 "Волга" юлының 1171-се саҡрымынан алып 1229-сы саҡрымына тиклем (Илеш һәм Дүртөйлө райондары) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнде!

Хәрәкәтте сикләү ваҡыты иртәнге сәғәт етелә тамамланырға тейеш, әммә ваҡыттың үҙгәреүе лә мөмкин. Һауа торошона ҡарап инде.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас