Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраля , 10:20

Сикләү оҙайтылды

Хәрәкәтте сикләүҙәрҙең оҙайтылыуы тураһында ашығыс мәғлүмәт менән бүлешәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сикләү оҙайтылдыСикләү оҙайтылды
Сикләү оҙайтылды

М-5 "Урал" Мәскәү - Рязань - Пенза - Һамар - Өфө - Силәбе юлының 1194-се саҡрымынан алып 1363-сө саҡрымына тиклемге участкала (Бүздәк һәм Туймазы райондары) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн сикләү оҙайтылды.

Хәрәкәтте сикләү ваҡыты киске сәғәт туғыҙҙа тамамлана, тиелә рәсми хәбәрҙә.

Ә Р-240 Өфө - Ырымбур юлының 222-се саҡрымынан алып 272-се саҡрымына тиклемге участкала (Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондары) бөтә төр транспорт өсөн дә сикләү оҙайтылды.

Хәрәкәтте сикләү ваҡыты киске сәғәт алтыла тамамланырға тейеш. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова