Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль , 10:00

Шок! Ҡатын клиник үлем кисергән!

 Һәм теге донъяла күргәндәре менән уртаҡлашҡан.  

Шок! Ҡатын клиник үлем кисергән!
Шок! Ҡатын клиник үлем кисергән!

АҠШ-та Вирджиянан бер ҡатын 24 минутлыҡ йөрәк туҡтауы кисерә һәм  уянғас, ауыр хәлдә булған ғәҙәти булмаған кисерештәре тураһында һөйләй. Был 2023 йылдың февралендә була, Лорен Канадей исемле ҡатын етди инфаркт кисерә, уның аңы юғала һәм йөрәге туҡтай.

Беренсе ярҙамды  ире күрһәтә: ул шунда уҡ табиптар килгәнгә тиклем йөрәк-үпкә реанимацияһын эшләй. Табиптар йөрәк ритмын тергеҙә, һуңынан зыян күреүсе реанимацияла туғыҙ көн үткәрә, шул иҫәптән ике тәүлек медикаментоз кома хәлендә була.

 Медицинаға ярашлы, кислородһыҙ 4-6 минуттан баш мейеһенә ярайһы ғына зыян килә башлай. Әммә тиҙ һәм квалификациялы ярҙам арҡаһында Лорен кире эҙемтәләрҙе кәметергә өлгәшә. Ғалимдар фекеренсә, клиник үлем мәлендә мейеләге махсус нейрохимик процестар сағыу йәки ғәҙәти булмаған кисерештәр тыуҙырыуы ихтимал. Әммә, ҡатын үҙе әйтеүенсә, ул «туннелдең аҙағында яҡтылыҡ та», башҡа йыш һүрәтләнгән күренештәр ҙә күрмәгән. Уны тәрән тыныслыҡ һәм гармония тойғоһо солғап ала. Был осраҡтан һуң Лорен үҙенең тормошҡа ҡарашы үҙгәргәнен әйтә: ул хәүефләнмәй, үлемдән ҡурҡмай һәм һәр мәлде башҡаса баһалай башлай.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас