

Мәҫәлән, ошо арала ғына Красноярскиҙа киберполиция оперативниктары 17 йәшлек үҫмерҙе ҡулға алған. Ул мессенджерҙа билдәһеҙ кешеләрҙең тәҡдиме буйынса үҙ өйөндә сим-бокс урынлаштыра һәм уның эшен тәьмин итә (ташыу хеҙмәте аша алынған ҡоролманы электр энергияһы менән тәьмин итә һәм сим-карталарын даими алмаштыра). Бының өсөн уға көн һайын кескәй эш хаҡы түләйҙәр.
Асылда ул мутлашыусыларҙың колл-үҙәктәре менән уларҙың ҡорбандары араһында бәйләнеш булдырған.
Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 274.3-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Иң ҙур яза - 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү.
Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мутлашыусыларҙың телефонын хеҙмәтләндереү - эш түгел, ә енәйәт! Ошоно балаларығыҙҙың мейеһенә һеңдерегеҙ!
Фото һәм видео: https://t.me/mvd_24/18819