Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль , 05:50

Көньяҡ райондарҙа хәрәкәт сикләнде

Бәләгә тарымаҫ өсөн юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле. Юлға сығырға  уйлаһағыҙ "Йәшлек"тең Макстағы каналын ҡарарға онотмағыҙ: https://max.ru/yeshlek_gazite

Көньяҡ райондарҙа хәрәкәт сикләндеКөньяҡ райондарҙа хәрәкәт сикләнде
Көньяҡ райондарҙа хәрәкәт сикләнде

 Республикала дүрт автомобиль юлын яптылар. Ваҡытлыса сикләүҙәр һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле индерелде, тип хәбәр итә республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Бөгөн, 20

февралдә, иртәнге сәғәт туғыҙҙан, түбәндәге юлдарҙа йөк машиналары һәм пассажирҙар транспорты өсөн юл ябыла: Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ (Ейәнсура районы)автомобиль юлының 104-се километрына тиклем;

 — Магнитогорск-Ира (Учалы районы) автомобиль юлының

84-се километрынан 385-се километрына тиклем;

 -Юлдыбай — Аҡъяр — Сара автомобиль юлының 80-се километрына тиклем (Йылайыр

һәм Хәйбулла райондары);

— Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының 101-се километрына тиклем (Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары).

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юл бөгөн киске сәғәт туғыҙҙа асыласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас