Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраля , 11:00

Башҡортостан табибы хәрби хәрәкәт ветераны статусын алды

Иглин районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Гүзәл Сәғитованы ”Фиҙакәрлек һәм профессионализм өсөн” Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы  миҙалы менән бүләкләнеләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан табибы хәрби хәрәкәт ветераны статусын алдыБашҡортостан табибы хәрби хәрәкәт ветераны статусын алды
Башҡортостан табибы хәрби хәрәкәт ветераны статусын алды

 

Гүзәл Сәғитова   хәрби хеҙмәткә тиклем Иглин районы Рәсмәкәй ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире була. 2024 йылдың октябрендә РФ Оборона министрлығы менән  килешеү төҙөй  һәм Көньяҡ хәрби округында мотоуҡыслар батальонында “Шумахер”  позывнойы менән  хеҙмәт итә башлай.  

«Шумахер» медицина ярҙамы күрһәтеп кенә ҡалмай, хәрбиҙәрҙе тактик медицина серҙәренә лә өйрәтә.  Үҙенә ышанып тапшырылған автомобиль руле артында яралы хәрбиҙәрҙе консультацияға, госпиталгә һәм медицина тикшереүе үткәреүгә йөрөтә. 

«Ата-әсәйҙәргә  әйтеп тормай килешеү төҙөнөм.  Ҡыҙым аңланы һәм ярҙам итте – минең ситтә тороп ҡала алмауымды белде.   Иң ауыры яралыларҙы күреү булды, әммә еңеүгә ышаныс  һәм беҙҙең унда кәрәклегебеҙҙе аңлау ярҙам итте.   Йәл, йәш арҡаһында килешеүҙе туҡтатырға тура килде, дауам итергә теләк бар ине” – ти Гүзәл Сәғитова. 

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина