Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль , 11:09

Афарин, "Хәбир"!

Батыр яҡташыбыҙҙы юғары награда менән ҡотлайбыҙ - бөгөн уға генерал Шайморатов орденын тапшырҙылар!

Афарин, "Хәбир"!Афарин, "Хәбир"!
Афарин, "Хәбир"!

Разведчик-оператор, генерал-майор М.Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядының әүҙем хәрәкәттәрҙең махсус командаһының кесе сержанты "Хәбир" - баш ҡалабыҙҙа тыуып-үҫкән. Өфө тимер юлы транспорты техникумында машинист ярҙамсыһына уҡыған. Уҡып бөтөр саҡта атаһы Тольятти ҡалаһындағы махсус тәғәйенләнештәге 3-сө гвардия бригадаһына уҡырға барырға теләгең юҡмы, тип һорай: "Әгәр шунда уҡырға теләйһең икән, хәҙерҙән документтар әҙерләй башларға кәрәк". Йәш егет уҡырға барырға ҡарар итә. Бала сағынан спорт менән дуҫ булғас, имтихан-һынауҙарҙы тапшырыу ауырға төшмәй. Армиянан һуң ул контракт төҙөй, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыйыу яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән наградланған. Үҙе, хеҙмәте, МХО тураһында артыҡ бер ни һөйләмәгән, йөҙөн күрһәтмәүҙе һораған аҙ һүҙле "Хәбир" Башҡортостан халҡына, төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәтен белдерҙе:

- Беҙҙе ҙурлағандары өсөн ҙур рәхмәт! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Башҡортостан Башлығы бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта юғары наградалар тапшырып, алғы һыҙыҡта Юғары баш командующийыбыҙ ҡуйған бурыстарҙы намыҫ менән үтәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

- Беҙ бөтә геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ирекмәндәрҙең, контрактсыларҙың батырлыҡтары. Мобилизация сиктәрендә сафҡа саҡырылғандар тураһында айырым тойғо менән һөйләйбеҙ. Улар араһында төрлө һөнәр вәкилдәре - уҡытыусылар, инженерҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре, аграрийҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре. Уларҙың күбеһе ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булып тора. Бөтә геройҙарыбыҙҙың иҫән-һау Еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан - геройҙар иле! Республикабыҙ халҡы хәрби батырлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәтә. Уларҙың өс меңдән ашыуы Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Башҡортостандан 15 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! 

Фото: "Башинформ".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас