

2026 йылдың 5 февралендә Станислава һәм Алексей Поповтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килә. Ата-әсә улдарына Лев тигән исем һайлаған.
Ошо көнгә тиклем Поповтар туғыҙ бала тәрбиәләгән: биш ҡыҙ һәм дүрт малай. Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙғанса, күмәк балалы ғаилә Күмертауҙан Иглингә күсенгән. Алексей Викторович рәссам-гравер, ә Станислава Олеговна – фотограф, әле декрет ялында.