– Мине ныҡ улымдың үҫкәнен күрә алмауым борсой. Гел фейстайм аша ғына аралашабыҙ. Уйлап ҡараһаң, тағы ла 12 йылдан ул инде үҫкән егет буласаҡ. Мин уны ҙур егет булараҡ ҡына күрәсәкмен. Минең бына ошо бәләкәс сағында янында булғым килә.
Улым һөйләмдәр төҙөп һөйләшә. Әсәһе уны ярата, ҡосаҡлай, үбә, еҫкәй. Ә мин бына, был гастроль тормошо менән йәшәп, улай эшләй алмайым. Гел шылтыратып, әсәһен аптыратып бөтөрәм. Нимә эшләйһең инде, гастролдәрҙе лә ташлап булмай бит. Минең һайлау мөмкинлегем юҡ, – ти йырсы.