Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраля , 12:30

Нисек дөрөҫ ябығырға?

Яҙ яҡынлаша. Ҡатын-ҡыҙҙар яҙғылыҡҡа, йәйгелеккә бер аҙ ябығып, матурайыу тураһында хыяллана.  Дөрөҫ ябығыу сере нимәлә һуң?

Нисек дөрөҫ ябығырға?Нисек дөрөҫ ябығырға?
Нисек дөрөҫ ябығырға?

 

* Тәүлегенә 2 л һыу эсергә.

*Иртән йоҡонан торғас,  лимон һәм бал ҡушып, бер стакан һыу эсергә. 20 минуттан һуң ғына иртәнге ашты ашарға.

*Алкоголдән  әҙ генә ҡыҙыл шарап ҡына  мөмкин.

* Ашарҙан ярты сәғәт алда һыу эсергә. Ашағанда һыу ҙа, сәй ҙә эсергә ярамай. 40 минуттан һуң ғына мөмкин.

* Көнөнә  әҙ-әҙләп 4 – 5 тапҡыр ашарға.

*Һуңғы тапҡыр йоҡларҙан  3 сәғәт алда ашарға. Һуңынан тик һыу, йәшел сәй йә шыйыҡ кефир ғына эсергә ярай.

 *Сәйҙе шәкәрһеҙ эсергә, бал ҡушырға була. Ҡәһүәне лә һөтһөҙ, шәкәрһеҙ эсергә.

*Картуфты аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға. Уныһын да һыуҙа йә мейестә бешереп кенә.

* Виноград менән бананды ла аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға мөмкин.

*Аҙнаһына бер тапҡыр ашауҙан тыйылып тороу яҡшы һөҙөмтә бирә.

*Спорт тураһында оноторға ярамай. Иртәнсәк һәм кискеһен еңелсә зарядка, мөмкинлек бар икән,  спорт залына барып шөғөлләнергә.

*Спорт менән шөғөлләнеү өсөн иң ҡулай ваҡыт –  көндөҙгө сәғәт 5-тән киске сәғәт 8-гә тиклем.

*Бер ҡасан да иртәнге ашты ҡалдырырмаҫҡа!

*Төшкө ашҡа һурпа, салат, бешкән майһыҙ ит, йәшелсә-емеш яҡшы.

*Киске ашҡа тиклем йогурт, салат, кефир, бешкән майһыҙ ит, йәшелсә ашап алырға була.

*Киске ашҡа  еңел салат, эремсек, йогурт йә быҡтырылған йәшелсә.

 *Емеште көндөң тәүге яртыһында ашарға кәңәш ителә.

 *Шулай уҡ ҡыҙҙырылған аҙыҡтар хаҡында оноторға тура килер.

*Салаттағы майонезды  ҡаймаҡ һәм тәбиғи йогурт, йә булмаһа үҫемлек майы  менән алмаштырырға. Ғөмүмән, майонезды сүплек һауытына ырғытырға кәңәш ителә.

*Ярым фабрикаттар хаҡында оноторға. Фастфуд, көнбағыш, тоҙло сәтләүектәр ябығыусылар өсөн түгел. Шәкәрле һыу ҙа ярамай. Тәмле-татлынан иртәнсәк бер киҫәк әсе шоколад ашарға мөмкин. Шулай уҡ майлы һәм ҡамыр аштарынан баш тартырға.    

*Әҙ-әҙләп кенә ашарға. Бер ашағанда 200 грамдан артыҡ ашамаҫҡа.

*Тәүге ете көндә бик ауыр булыр, һуңынан ашҡаҙан бәләкәсәйә һәм әҙ ашарға өйрәнелә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас