Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль , 09:45

«Мин цирк ҡуймайым, мин йырлайым!»

Гөлназ Асаеваға концертыңда шоу юҡ, ул ҡыҫҡа бара, тип дәғүә белдергәндәр.

«Мин цирк ҡуймайым, мин йырлайым!»
«Мин цирк ҡуймайым, мин йырлайым!»

– Ҡәҙерле, яратҡан тамашасыларым! Минең концерттарым 2 сәғәттән дә артыҡ дауам итмәй.

Миңә башҡа артистар хаҡында ла яҙмағыҙ, дөрөҫөн әйткәндә, мине кемдең нисек һәм күпме эшләүе әҙ борсой. Концерттар 3–4 сәғәт булырға тейеш тип кем әйтте һеҙгә?
Минең бер генә плюсовкам да юҡ. Минең бер ҡасан да цирк номерҙары булманы һәм булмаясаҡ. Мин йырлайым. Минең концерттарыма 3 сәғәт буйы клоундарҙы ҡарарға түгел, ә тыңларға киләләр.

Һәр тамашасымды яратам, ҡәҙерләйем, ярҙамығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ өсөн рәхмәт!, – ти Гөлназ.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас