16 февралдән Өфөлә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы буйынса карантин индерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Эпизоотик усаҡ Сельская Богородская урамы, 6/1 адресы буйынса йорт эргәһендәге территория табыла. 500 метр радиустағы территорияны имен булмаған пункт тип билдәләйҙәр.
Эпизоотик усаҡта ауырыу хайуандарҙы дауалау, территорияға сит кешеләргә инеү, шулай уҡ хайуандарҙы индереү һәм сығарыу, йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар үткәреү тыйыла.