Башҡортостан «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү буйынса бушлай белем биреү программаларына ғаризалар ҡабул итә башланы. «Работа России» платформаһында беренсе 1000 курс асылған да инде, улар 186 ихтыяжлы һөнәрҙе үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Республикаһының «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге хәбәр итеүенсә, былтыр төбәк ҡайтанан уҡытыу программаһын индереү буйынса алдынғылар иҫәбендә булды. Башҡортостанда йәшәгән өс меңгә яҡын кеше яңы һөнәри компетенциялар алған.
Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр граждандар тормошонда хәрби өлкәлә туплаған тәжрибәһен ҡулланыуға йүнәлтелгән һөнәрҙәр һайлау буйынса өҫтәмә мөмкинлектәр алды. Улар араһында киберименлек буйынса белгестәр, веб-ҡушымталар әҙерләүселәр һәм ИТ-тест менән шөғөлләнеүселәр бар.
Оҫталыҡ үҫтереп, яңы һөнәрҙәр үҙләштереүҙә эшһеҙ граждандар ғына түгел, предприятие хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша ала. Асыҡ вакансияларға иретеп йәбештереүсе, токарь, тегенсе, селек-программист, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгес, платформала уйлап сығарыусы, экскурсовод һәм электромонтер кеүек ихтыяжлы йүнәлештәр инә.
Былтыр республикала яһалма интеллект буйынса белгес, тәрбиә буйынса ярҙамсы, химик анализ лаборанты, кесе шәфҡәт туташы, бесеүсе, тегеүсе, 1С программисы һәм бала ҡараусы иң популяр һөнәрҙәр булды.
Уҡыуға ғаризаны «Работа России» сайтында бирергә мөмкин. Программала ҡатнашыусылар мотлаҡ профориентацион консультация һәм карьера белгестәре менән әңгәмәләшеү үтә, был эшкә урынлашыу мөмкинлеген арттыра. Эш биреүселәр менән өс яҡлы килешеү курс тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙы тәьмин итә.
Р. Усманова әҙерләне