

Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һыуыҡ, -25 градусҡа тиклем. Көндөҙ -7 градусҡаса йылыта. Ел төньяҡтан талғын.
Республикала 20 февралдә көндөҙ көслө ҡар яуыуы көтөлә.
Ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ -5…-10 градус тәшкил итәсәк. Төндә -20 градусҡа тиклем һыуыта. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын.
21 февралдә яуым-төшөм кәмейәсәк. Һауа температураһы көндөҙ -5 градусҡаса. Төндә -10, -15 градус.