Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль , 13:40

45 мең кеше репродуктив һаулығын тикшерткән

Башҡортостанда "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектына ярашлы, сәләмәтлек һағында тороу маҡсаты ла ҡуйыла.

45 мең кеше репродуктив һаулығын тикшерткән
45 мең кеше репродуктив һаулығын тикшерткән

Йыл башынан 45 мең кеше репродуктив һаулығын тикшерткән һәм диспансерлаштырыу барышында 3799 ҡатын-ҡыҙҙа, 2492 ир-егеттә сирҙәр асыҡлаған. Ҡатын-ҡыҙҙар башлыса кесе таз ағзалары сирҙәре, күрем функциялары боҙолоуҙан интегә. Ир-атта иһә ялҡынһыныу, варикоцеле сире күп.

Репродуктив сәләмәтлек буйынса диспансер тикшереү былтырҙан алып барыла. 

Фото: Министерство здравоохранения РБ, Контента | Инфоповод.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас