Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль , 08:40

Йылы көндәрҙе сатлама һыуыҡтар алмаштыра

Синоптиктар көн торошон фаразланы.

Йылы көндәрҙе сатлама һыуыҡтар алмаштыра
Йылы көндәрҙе сатлама һыуыҡтар алмаштыра

Бөгөн, 18 февралдә, төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16, аяҙытҡанда -21 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -7, -12 градус буласаҡ.

Кесе йома, 19 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20, аяҙытҡанда -25 градус. Көндөҙ һауа температураһы -5, -10 градус.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас