

Яҙыусылар берлеге ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Фатих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, шағир Зөфәр Вәлит 78-се йәшендә вафат булған.
Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Иманы юлдаш булһын!
Мәрхүм менән хушлашыу 19 февралдә төшкө сәғәт 12-лә Иҫке Турбаслы ауылында (Йәштәр урамы, 6-сы йорт) буласаҡ.
Зөфәр Зәки улы Вәлитов 1949 йылдың 1 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында үткән.
Мораҡ ауыл һөнәрселек училищеһын, Өфөләге урман хужалығы техникумын тамамлай. Баш ҡала заводтарында электрик, автослесарь, мастер булып эшләй, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы системаһында өлкән инженер, колхозда баш инженер вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сығыр алдынан З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә эшләгән.