

Республикала 2025 йылда кешенең ҡотороу ауырыуынан үлем осрағы теркәлгән. Был хаҡта төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Үлеүсе өлкән кешеме йәки баламы икәне тураһында мәғлүмәт аныҡланмай. Шул уҡ ваҡытта ағымдағы йылда республикала өс кешенең, шул иҫәптән ике баланың ҡотороу ауырыуы менән сирләүе билдәле. Сағыштырыу өсөн: 2024 йылда төбәк халҡы араһында был сирҙе йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән.