Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль , 19:30

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла  хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары өсөн офис ойошторолдо.  

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн

 

Бындай тәҡдим  2026 йылдың 30 ғинуарында республика Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә яңғрағайны. МХО яугирҙәренә ярҙам һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек, 2026 йылға төбәк сәйәсәтенең һис шикһеҙ өҫтөнлөгө тип билдәләнгән. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил махсус офис эшен ойошторҙо. 2026 йылдың 2 февралендә тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Офисҡа түбәндәге һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:

 - хәрби хеҙмәткәрҙең статусын билдәләү;

 - уның йөрөгән урыны тураһында мәғлүмәтте аныҡлау;

 - эҙләү тәртибен аңлатыу;

 - консультация һәм хоҡуҡи ярҙам алыу.

Офистың  адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 208-се бүлмә. 8 (347) 280-88-50, 8 (347) 280-88-49 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас