- Был юғары баһа өсөн рәхмәт. Иң мөһиме - беҙ республикала тыныслыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалдыҡ. Бик яҡшы йәшәйбеҙ. Бөгөн яугирҙарыбыҙ Бөйөк державабыҙҙың бойондороҡһоҙлоғон яҡлай. Имамдарыбыҙ, праволавие диндарҙары яугирҙар менән бергә. Илебеҙ берләшеп, ҙур яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшә. Баш ҡалабыҙ ҙа үҙгәрә. Бында Башҡортостан Башлығының һәм властарҙың фиҙакәр хеҙмәте бар. Бөтәгеҙгә лә именлек, берҙәмлек, ойошҡанлыҡ теләйем, - тине Тәлғәт Тажетдин.
Әйткәндәй, 1996 йылдан ул - шәйхелислам (илдә ислам мәсьәләләре буйынса юғары вазифалы кеше) титулында.
Фото: О. Яровиков, "Башинформ".