

Ул липосакциялау буйынса операция яһатыуын әйтә. Билдәле булыуынса, йырсы локаль май ҡатламдарын (ҡарын, янбаш, ҡул, яңаҡ) тирәһенән алып ташлау буйынса пластик операция яһата. Шулай итеп Элвин 10 килограмға ябыға.
– Ул саҡта мин 86 килограмм ауырлыҡта инем, май ҡатламын алып ташлағас, 10 килограмм самаһы ауырлыҡты ташланым, йәғни 76 килограмға ҡалдым. Гастролдәргә һомғол һәм матур барырмын тип уйлаған инем, әммә пандемия башланды. Коронавирус арҡаһында концерттар ҡуйыу мөмкин булманы. Өйҙә ашап ҡына ятҡас, теге 10 килограмм кире ҡайтты. Шул тиклем операция яһатыуым, ыҙалауым бушҡа булды, — ти Элвин Грей.