

Йәрмәкәй районында прокурор тикшереүе материалдары буйынса балаһын ҡарамаған әсә кешегә ҡарата «Әсәлек бурыстарын үтәмәү»гә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Ике йәшлек малайҙың әсәһе уға тейешле тәрбиә бирмәгән, баланы антисанитар шарттарҙа йәшәткән, гигиена процедураларын үткәрмәгән.
Шулай уҡ ул табиптарҙың талаптарын һанға һуҡмаған һәм хроник ауырыуҙы дауалау өсөн ваҡытында саралар күрмәгән, был баланың үҫешендә тотҡарлыҡ һәм яңы ауырыу барлыҡҡа килеүенә алып килгән.
Әлеге ваҡытта бәлиғ булмаған малайҙы социаль үҙәккә алып киткәндәр.
Балаһын тейешенсә ҡарамаған әсәгә енәйәт эше ҡуҙғатылған.