Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраля , 11:30

Аспириндан шифалы иретмә

Был дауа үксә тибенгеһенән арынырға ярҙам итә. 

Аспириндан шифалы иретмәАспириндан шифалы иретмә
Аспириндан шифалы иретмә

  10 төймә дарыуҙы  он хәленә еткергәнсе ыуып, 250 г араҡы ҡушырға һәм бер – ике тәүлек төнәтергә. Туҡыма йә марля киҫәген ошо төнәтмәгә манып, үксәгә ябырға һәм кипмәһен өсөн полиэтилен менән уратып, төнгөлөккә   ойоҡбаш кейергә. Иртәнсәк барыһын да сисеп, аяҡты һыу менән сайҡатырға һәм таҫтамал менән ҡоротоп, крем һөртөп ҡуйырға. Был процедураны көн һайын кискеһен ҡабатларға.

Тәүге процедуранан һуң уҡ үксә тибенгеһенең (шпоры) нимә икәнен оноторһоғоҙ, ә 10 көндән һуң үксәләр ҡалынайып ҡатҡан тиренән таҙарыныр. Әйткәндәй, уларҙы аяҡ таҙарта торған щетҡа менән таҙартып, һуңынан майлы крем һөртөп ҡуйырға мөмкин. Аяҡ табаны ярылған осраҡта ла бының файҙаһы тейер.

Ошо уҡ төнәтмә менән варикоз булғанда ауыртҡан урынды ыуырға ярай, ауыртыуы баҫылыр. Шулай уҡ остеохондроз менән яфаланыусыларға ла ауыртҡан урынды ыуырға кәңәш ителә. Массаждан һуң да был шифалы дарыу менән ыуыныу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас