Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль , 11:02

Үзбәкстанда - башҡорт бал ҡорто менән дауалау үҙәге

Ошо көндәрҙә Республика йортонда БР Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һәм илдең Рәсәйҙәге вәкиле Ботиржон Асадовты ҡабул итте. 

Үзбәкстанда - башҡорт бал ҡорто менән дауалау үҙәге
Үзбәкстанда - башҡорт бал ҡорто менән дауалау үҙәге
Осрашыуҙа һүҙ ике аралағы иҡтисади бәйләнештәр тураһында барҙы. Беҙ, әлбиттә, Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы.
Тиҙҙән Ташкент өлкәһенең Бостанлыҡ раойнында Халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге асыласаҡ. Уның үҙенсәлеге шунда: дауалау башҡорт бал ҡорто һәм уның продукцияһы ярҙамында алып барыласаҡ.
Проектты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек юғары кимәлдә барҙы. Беҙҙең Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре делегацияһы февраль башында Үзбәкстанда булып ҡайтты. Белеүегеҙсә, бал ҡорттары уникаль дауалау һәләтенә эйә.
 
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан, Контента | Инфоповод
 

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Үзбәкстанда - башҡорт бал ҡорто менән дауалау үҙәге
Үзбәкстанда - башҡорт бал ҡорто менән дауалау үҙәге
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас