

Парламент Рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, закон проекты тамаша сараларын ойошторғанда һәм үткәргәндә йәмәғәт тәртибен һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә ҡағыла.
Ойоштороусыға эске эштәр органына һәм муниципалитетҡа күҙалланған сараның тематикаһы, уны үткәреү ваҡыты һәм урыны, тамашаға килеүселәрҙең яҡынса һаны һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар тураһында алдан хәбәр итеү бурысы йөкмәтелә. Мәғлүмәттәр сара үткәрелгән көнгә тиклем ун көндән дә һуңға ҡалмайынса йәки, әгәр ҙә бындай мәғлүмәт һуңыраҡ билдәле булһа, кисектермәйенсә бирелергә тейеш. Тамашаларҙы ойоштороусы һәм сара үткәрелгән бинаның йә территорияның хужаһы һаҡлау сараларын һәм террорға ҡаршы яҡлауҙы тәьмин итергә бурыслы.
Сығанаҡ: gsrb.ru
Фото: автор фотоһы.