Ҡалтасы районында күп фатирлы йорттоң кирбес фронтоны емерелгән!
Был хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр ителә. Краснохолмский ауылының Столяров урамындағы ике ҡатлы йорттоң фронтоны емерелеү һөҙөмтәһендә фатирҙарҙың береһендә тәҙрә һәм бүлмә эсендә стенаның штукатур ҡатламы зыян күрә.
Ярай ҙа кешеләр, йылылыҡ, газ һәм һыу менән тәьмин итеү системалары зыян күрмәгән.
Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте эшләй, ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия үткәреү планлаштырыла. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә.
Хөрмәтле республика халҡы!
Ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан ваҡытында таҙартыу - ишелеү менән бәйле күп кенә хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртә ала.
Иғтибарлыраҡ булығыҙ: ҡар һанаулы секундтар эсендә төшә, ҡайһы мәлдә, ҡайҙан төшөрөн алдан белеп булмай. Наушниктар кейеп йөрөмәгеҙ урамда, ишетмәүегеҙ ихтимал. Машинаны ҡыйыҡ аҫтында һәм япмалар аҫтында ҡалдырмағыҙ. Шикле тауыш ишетәһегеҙ икән, стенаға һырылығыҙ йәки алыҫыраҡ ҡасығыҙ.
Фото: МЧС РБ.